11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2015 йыл, 18:02

Яңы Ғәһет башҡорт телендә донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Яңы Ғәһеттең башҡорт телендәге баҫмаһының исем туйы үтте. Китап Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән түңәрәк өҫтәлдә күрһәтелде.

Башҡорт телендәге ғилми хеҙмәтте баҫтырыу Рәсәйҙең Тәүратты тәржемә итеү институты тарафынан әҙерләнгән. «Инжил»  китабы — тарихта тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә ителгән Яңы Ғәһет.  

— Тәржемәнең маҡсаты — башҡорт халҡын кешелек ҡомартҡыһы менән таныштырыу, башҡорт телен байытыу, уның функцияларын киңәйтеү, — тип аңлатма бирҙе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова. — Яңы баҫма башҡорт теленең матбуғат йәки нәфис әҙәбиәттең генә түгел, шулай уҡ кешелектең төп ҡомартҡыһы — Тәүраттың теле булыуын да күрһәтергә тейеш.

Китаптың исем туйында Тәүратты тәржемә итеү институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Шәрҡиәт институты, республиканың ғилми берләшмәләре, Өфө епархияһы вәкилдәре, Рәсәй һәм Финляндия лингвистары ҡатнашты.

Баҫма китап уҡыусыларға Тәүраттың тексын ентеклерәк өйрәнергә мөмкинлек бирер, тип өмөтләнә авторҙар. Китап дини, әхлаҡи, тәрбиәүи һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләрҙе үҙенә йәлеп итәсәк һәм дин-ара аралашыуға булышлыҡ итәсәк.