Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте коллегияһы ултырышында Рәсәй Президенты быйыл илдә үтәсәк халыҡ-ара сараларҙың хәүефһеҙлек кимәлен юғары кимәлдә тәьмин итергә ҡушты. Дәүләт башлығы 2015 йылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.

— Тәү сиратта мин Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүҙе һәм Өфөлә үтәсәк БРИКС һәм ШОС саммиттарын күҙ уңында тотам, — тип билдәләне Владимир Путин.

Дәүләт башлығы бигерәк тә йәштәр, мигранттар араһында терроризмды, радикализмды һәм эсктремизмды иҫкәртеү буйынса сараларҙы көсәйтергә, ошо эшкә абруйлы йәмәғәт һәм дини берләшмәләрҙе әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС һәм ШОС саммиттары Өфөлә 8-10 июлдә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть