Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Ғафуан Шәйхетдинов Иглин районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

27 мартта Иглин районы Советы Ғафуан Шәйхетдиновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ғафуан Шәйхетдинов 1962 йылдың 7 сентябрендә Нуриман районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Иглин район комитетында, йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире, Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ кәңәшсеһе булып эшләгән.

2010 йылдың октябренән хәҙерге көнгә тиклем Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть