3 декабрь, Шәмбе

27 март 2015 йыл, 16:22

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ли Хуэй менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ли Хуэй менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, инвестиция һәм ғилми хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡытай төбәктәренең үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Ҡытай Халыҡ Республикаһы эшмәкәрлегебеҙҙең күп тармаҡтарында ышаныслы сауҙа партнерҙарының береһе булып тора. Иҡтисад тураһында һүҙ йөрөткәндә, Ҡытай менән республикабыҙ араһындағы тауар әйләнеше 700 миллион долларға тиерлек еткән, — тине төбәк етәксеһе. — Ҡытай компаниялары Башҡортостанда күптән билдәле. Ҡытайҙың «Хуавэй» компанияһы элемтә сараларын сығарыу буйынса тәүге берлектәге предприятиены 20 йыл элек үк асҡан. Был яҡтан байтаҡ тәжрибә тупланған.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Бөгөнгө көндә ундан ашыу берлектәге инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылыу кимәлендә, уларҙың алдағы ике-өс йылда эшләй башлауы ихтимал. Улар араһында —  Ишембайҙың «Ишсталь» предприятиеһында йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәтенә эйә ҡорос прокаты заводын, «Чжонгэ Импорт Экспорт Трэйд» компанияһы менән берлектә сауҙа-логистика үҙәген төҙөү, «Хайчен Нефтемаш» компанияһы менән бергә нефть-газ ҡорамалдарын етештереү. Шулай уҡ агросәнәғәт һәм фәнни-техник өлкәләрҙә бер нисә проект әҙерләнә.

— Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре бик күп. Барыһы ла тиҙ үҫешә. Пландар ҙур. Бынан тыш, Ҡытай Халыҡ Республикаһы эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең беҙҙең предприятиеларҙа сығарылған ҡорамалдарҙы, технологияларҙы һатып алыуҙарын теләр инек. Беҙ берлектә эш алып барырға әҙер, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Ли Хуэй фекеренсә, ике илдең төбәктәр кимәлендә үҙ-ара килешеп эш итеүе хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итә һәм эшҡыуарлыҡтың үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

— Ошо йәһәттән Башҡортостан ҙур урын биләй. Республиканың Ляонин, Цзянси һәм Сычуань провинциялары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуына бик шатбыҙ. Улар Ҡытайҙа көслө, ҙур провинцияларҙан һанала, — тине Илсе әфәнде. — Башҡортостанда ҙур өҫтөнлөктәр бар. Мәҫәлән, технологиялар үҫеше кимәле буйынса һеҙ Рәсәйҙә мөһим урын биләйһегеҙ. Башҡортостан  менән беҙҙең провинциялар араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн киләсәктә яҡшы мөмкинлектәр барлығына ышанам. Рөстәм Зәки улы, һеҙҙең эшегеҙҙе, дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшөгөҙҙө юғары баһалайбыҙ.

Рөстәм Хәмитов менән Ли Хуэй республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлеген дә тикшерҙе һәм уларҙың юғары кимәлдә уҙасағына ышаныс белдерҙе.

2014 йылда Ҡытай Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды биләне. Уның тышҡы сауҙа әйләнешендәге өлөшө 4,8 процент тәшкил итте.

Экспортҡа оҙатылған продукция араһында турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукттары, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар бар. Республикаға насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, химия продукттары, консерваланған йәшелсәләр, емеш-еләктәр, туҡыма әйберҙәр, аяҡ кейемдәре килтерелә.

Башҡортостанда Ҡытай капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 18 предприятие эшләй.