6 декабрь, Шишәмбе

27 март 2015 йыл, 14:45

Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан өс коллектив «Урал ауазы» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең Гран-приһын яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» II халыҡ-ара конкурс-фестивале тамамланды.

Быйыл конкурс ШОС саммиты айҡанлы ойошторолдо.  Рәсәй һәм сит ил ҡалаларынан 30-ға яҡын ижади коллектив, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха (Яҡут) республикаларынан, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербургтан, донъяның төрлө илдәренән — Төркиә, Ҡытай, Белоруссия, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан солистар килде. Конкурс тыңлауҙары Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү гимназияһында үтте. Жюри ағзалары сараны ойоштороу һәм коллективтарҙың әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.

Конкурс-фестивалдең Гран-приһына Түбәнге Тагил филармонияһының «Тагил гармунсылары» (художество — етәксеһе Александр Долматов) һәм Алматынан «Сазген сазы» (Ҡаҙағстан, етәксеһе — Бағдад Телегенов), оркестр номинацияһында П.М.Милославов исемендәге дәүләт Волга рус халыҡ хорының «Һамар виртуоздары» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (етәксеһе — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Павел Третьяков) лайыҡ булды.

Өфө сәнғәт училищеһының ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе — Айрат Ҡарасов) һәм Халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (етәксеһе — Василий Слягузов), шулай уҡ Өфө районының «Премьер квартет» (етәксеһе — Ирина Куравина), Пермь крайы филармонияһының рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе — Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Виктор Салин) беренсе урынды бүлеште.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Санкт-Петербург ҡалаһындағы В. Андреев исемендәге дәүләт академия рус халыҡ оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов, Владимир Лавришин (Силәбе), профессор Фарух Садыков (Үзбәкстан), Стамбул консерваторияһы профессоры Джихан Юртчу һәм Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин баһаланы.

Гала-концертта конкурс лауреаттары, дипломанттары һәм махсус саҡырылған ҡунаҡтар: йырсы Юмей Хонг (Ҡытай), комузда уйнаусы Закирбәк Дуйшәнбәк улы (Ҡырғыҙстан), «Айархаан» этно-төркөмө (Яҡутстан), «Сазген-сазы» фольклор-этнография ансамбле, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры сығыш яһаны.

Конкурс-фестивалде ойоштороусылар билдәләүенсә, ошондай саралар барышында дуҫтарса һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыла, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәттәре байый. Ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллиндың кавалда уйнаусы Джихан Юртчу менән берлектәге сығышы быға сағыу миҫал булды. Музыканттар төрөк һәм башҡорт көйҙәренә импровизация башҡарҙы.

«Урал ауазы» конкурс-фестивален ике йылға бер тапҡыр ойоштороу күҙаллана.