11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2015 йыл, 13:28

Башҡортостанда йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҡорос прокаты заводы төҙөлә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҡорос прокаты заводын төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ли Хуэй менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Бөгөн «Ишембай ҡоросо» предприятиеһы менән Цяо-Лян ауыр сәнәғәттең проект институты араһындағы һөйләшеүҙәр тамамланды. Проекттың дөйөм хаҡы — 7 миллиард һум, шул иҫәптән 2 миллиард һум самаһы — Ҡытай Халыҡ Республикаһында ҡорамалдар һатып алыуға, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта предприятиены проектлау бара, ә төҙөлөштөң 2015 йылдың аҙағында — 2016 йылдың баштарында башланыуы ихтимал.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, тиҙҙән төҙөләсәк ҡорос прокаты заводы — 2014 йылдың ноябрендә Цзянси провинцияһында һәм Чунцин ҡалаһында үткән Башҡортостан Республикаһы бизнесы көндәре һөҙөмтәләре буйынса булдырылған берлектәге проекттарҙың береһе.

Осрашыуҙың стенограммаһы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында бирелгән.