7 декабрь, Шаршамбы

27 март 2015 йыл, 12:56

Республиканың һалым инспекцияларында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 27 һәм 28 мартта Башҡортостандың барлыҡ һалым инспекцияларында асыҡ ишектәр көнө үтә. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был көндәрҙә һалым түләүселәр теләһә ҡайһы инспекцияға килеп, консультация алыу хоҡуғына эйә. Белгестәр физик берәмектәр килеменә һалым буйынса декларацияны (НДФЛ) кемгә һәм ҡасан бирергә, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең онлайн-сервистары менән нисек ҡулланырға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк, граждандарҙың башҡа һорауҙарына ла яуап бирәсәк.

Бынан тыш, килеүселәр НДФЛ буйынса һалым декларацияһын урында уҡ тултырып тапшыра ала. Шулай уҡ «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисына тоташырға мөмкин.

24 һәм 25 апрелдә республиканың барлыҡ һалым инспекцияларында йәнә асыҡ ишектәр көнө үткәрелә.