7 декабрь, Шаршамбы

27 март 2015 йыл, 12:18

Апрелдә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә — Башгидромет

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Горохольская Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ташҡынға ҡаршы республика комиссияһында Башҡортостан Республикаһындағы гидрометеорологик хәл тураһында һөйләне.

— Былтыр тупраҡтың көҙгө дымлылығы нормаға яҡын булыуы билдәләнде. Ҡыш та 2-3 градусҡа йылыраҡ булды. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар һаҡламы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10-45 процентҡа артығыраҡ. Март аҙағында йылғаларҙағы боҙҙоң ҡалынлығы 20-70 сантиметр сиктәрендә тирбәлә, — тине Вилора Горохольская. — Һыу запасы түбәндәгесә: Ағиҙел йылғаһы бассейнында Иҫке Собханғолға тиклем — 73 миллиметр, был яҙғы норманан 52 процент һәм былтырғынан 36 процентҡа түбәнерәк. Ҡариҙел йылғаһы бассейнында Павловка һыу һаҡлағысына тиклем — 114 миллиметр, был уҙған йыл менән сағыштырғанда алты процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, Ағиҙел йылғаһы бассейны буйындағы ҡар япмаһындағы һыу запасы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 70-50 процентҡа түбәнерәк. Ағиҙел йылғаһындағы ҡар ҡатламының бейеклеге ошо декадаға ярашлы норманан 5-30 процентҡа юғарыраҡ.

Быйыл йылғаларҙың асылыуы ғәҙәттәгенән 1-1 көнгә алдараҡ көтөлә. Рәсәй Гидрометүҙәгендә күҙаллауҙарынса, яҙ көнө уртаса һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа юғарыраҡ, яуым-төшөм нормаға ярашлы буласаҡ.

— Апрелдә республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы күҙаллана. Айҙың тәүге ун көнлөгөндә яуым-төшөм, һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Төндә 10 градустан 1-6 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 5-10 градус йылы буласаҡ. Икенсе декадала ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Ай аҙағында йәнә йылыта, һауа температураһы — норманан бер градусҡа юғары, яуым-төшөм — нормаға ярашлы. 2-4 апрелдә Өфөлә көндәр йылына, — тип билдәләне Вилора Горохольская.