8 декабрь, Кесе йома

27 март 2015 йыл, 10:45

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет бирҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 мартта республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2014 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет бирҙе.

— 2014 йыл ауыр тамамланды. Тышҡы сәйәси, уның артынса иҡтисади хәл дә ҡатмарланды. Ноябрь-декабрь айҙарында нефткә хаҡтар кәмене, кредит һәм ипотека ставкалары күтәрелде, — тине төбәк етәксеһе. — Шундай шарттарҙа республика иҡтисадының тотороҡлоғон һәм бюджеттың тигеҙләнешен һаҡлап ҡалыуҙы төп дөйөм ҡаҙаныш тип иҫәпләйем.

Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, былтыр тупланма бюджетҡа 165,8 миллиард һум аҡса ингән, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 7,6 процентҡа күберәк. Республика Рәсәй Президентының майҙа сығарған указдарын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстарҙы тулыһынса үтәгән. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн  2,5 миллиард һум бүленгән. Федераль ҡаҙнанан 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

2014 йылда тулайым төбәк продукты 1,5 процентҡа артҡан һәм 1 триллион 344 миллиард һум тәшкил иткән. Республика тулайым төбәк продукты күләме үҫеше темптары буйынса илдә икенсе урынға сыҡты, был уртаса Рәсәй күрһәткесенән 2,5 тапҡырға күберәк.

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт, төҙөлөш, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә уҙған йыл йомғаҡтарын барланы, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү саралары, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек хаҡында һөйләне, социаль һәм йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге эш һөҙөмтәләрен билдәләне.

Республика Хөкүмәте алып барған эштең һөҙөмтәлелеген федераль рейтингтар ҙа дәлилләй. Мәҫәлән, Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса 51-се урындан 11-гә күтәрелде. Өфө Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы рейтингында беренсе урынды алды. Төбәк һатып алыуҙарҙың асыҡлығы буйынса милли рейтингтың «Гарантиялнған асыҡлыҡ» тигән иң юғары баһаһына лайыҡ булды һәм өсөнсө урынға сыҡты. «Эксперт» рейтинг агентлығы республиканы максималь инвестиция мөмкинлектәренә эйә булған һәм минималь иҡтисади хәүефле ун төбәк иҫәбенә индерә.

— Ошо ҡатмарлы шарттарҙа республика Хөкүмәте иҡтисадтың һәм социаль тотороҡлоҡтоң үҫешен тәьмин итеү буйынса тейешле саралар күрҙе. Һөҙөмтәлә төп өлкә һәм тармаҡтар үҫешендә һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешелде, уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ кимәлдә төп макроиҡтисади күрһәткестәр тәьмин ителде. Маҡсатыбыҙ — һуңғы йылдарҙа өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе һаҡлау, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә артабанғы үҙгәрештәр өсөн нигеҙ булдырыу, — тине Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.