5 декабрь, Дүшәмбе

26 март 2015 йыл, 18:03

Баш ҡалала «Илһам» әҙәби конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләнеләр. Бәйгелә 250-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Конкурс Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн Өфөнән генә түгел, Ейәнсура районынан, шулай уҡ Ямал-Ненец автономиялы округынан да ғаризалар килгән. Эштәр беренсе тапҡыр рус, башҡорт һәм татар телдәрендә ҡабул ителгән.

Әҙәби бәйге ике йәш төркөмө уҡыусылары араһында үтте. Ғаризалар шиғыр, проза әҫәре һәм тәржемә номинациялары буйынса ҡабул ителде.

— Бәлки, конкурс һеҙгә яҙыусы булып китергә ярҙам итер, — тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға республика Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов. — Конкурстың темалары бик етди, улар Еңеүҙең 70 йыллығын сағылдыра.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Башҡорт дәүләт драма театры, «Аманат» журналы, «Ҡыҙыл таң» һәм «Истоки» гәзиттәре, Өфө ҡалаһы Октябрь районының Балалар ижады үҙәге. Бағыусыһы — Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе. Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко махсус приз булдырған.