8 декабрь, Кесе йома

26 март 2015 йыл, 17:26

Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Яңы офоҡтар» әҙәби конкурсына эштәр ҡабул итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Яңы офоҡтар» республика әҙәби конкурсын иғлан итте.

Конкурсҡа йәш быуындың хәҙерге заман йәмғиәтендәге тормошо хаҡындағы әҫәрҙәр ҡабул ителә. Унда 45 йәшкә тиклемге авторҙар ҡатнаша ала. Эштәрҙе 2015 йылдың 1 авгусынан 1 октябргә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Бәйгегә 2015 йылдың 4 декабрендә йомғаҡ яһала. Еңеүселәргә I, II, III урындар һәм лауреат дипломдары, 70, 50, 30 мең һум күләмендәге премиялар тапшырыла.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә грант аҡсалары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Конкурстың маҡсаты — үҙ ижадтарында йәш быуындың проблемаларын сағылдырған авторҙарҙы асыҡлау, йәш яҙыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.

Конкурс тураһында положение «Китап» нәшриәтенең рәсми сайтында бирелгән.

Әҫәрҙәрҙе «бәйгегә» тигән билдә менән ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2. Белешмә өсөн телефон: (347) 223-88-38.

темалар: әҙәби конкурс