Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

1 апрелдән социаль пенсияның уртаса күләме 777 һумға арта

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

1 апрелдән Рәсәйҙә социаль пенсияларҙың күләме арта. Рәсәй Хөкүмәте 1,103 күләмендәге индексациялау коэффициентын раҫланы. Был 3,7 миллион кешегә, шул иҫәптән социаль пенсия алыусы 3 миллион пенсионерға ҡағыла.

1 апрелдән социаль пенсияның уртаса күләме 777 һумға, инвалид балаларҙың социаль пенсияһы — 1069, хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары — 1095, хәрбиҙәрҙең ҡараусыһыҙ ҡалған ғаиләләренә пенсиялар 924 һумға арта.

Хәрби бәрелештәрҙә йәрәхәт алған инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың (ике төрлө пенсия алыусыларҙың) пенсияһы 1248 һәм 1193 һумға артыуы көтөлә.

«Рәсәй Федерацияһы алдындағы айырыуса ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандарына айлыҡ өҫтәмә матди тәьминәт тураһында» Федераль законға ярашлы билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме 1482 һумға арта.

2015 йылдың 1 апреленән пенсияларҙың һәм башҡа социаль түләүҙәрҙең күләмен индексациялау сығымдары йыл аҙағына тиклем 28,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть