3 декабрь, Шәмбе

26 март 2015 йыл, 16:11

Ял көндәрендә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 28, 29 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда йәшелсәләрҙе һәм башҡа аҙыҡ-түлекте етештереүселәрҙең үҙҙәренән һатып алырға була.

28 мартта Дим районында Правда урамы буйлап — Ухтомский урамынан М. Йәлил урамына тиклем – автомобиль юлы эргәһендә һатыу итеү ойошторола. Калинин районында йәрминкә Интернациональ һәм Машиналар эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Киров районында — Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7, Ленин районында   «Народный» павильоны ҡаршыһындағы участкала  (Өфө — Затон трассаһы), Орджоникидзе районында — «Тирәктәр» сауҙа йорто эргәһендәге майҙанда (Коммунарҙар урамы, 59) һәм С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда эшләй.

28 һәм 29 мартта ауыл хужалығы йәрминкәләре Октябрь районында (Р.Зорге урамы, 44), шулай уҡ Орджоникидзе районында — «Меркурий»  сауҙа үҙәге биләмәһендә (Ҡулса урамы, 65), «Урал» сауҙа-сервис комплексында (Рәсәй урамы, 23) ойошторола.