3 декабрь, Шәмбе

26 март 2015 йыл, 15:30

Туймазы предприятиеһы продукцияһы «Продэкспо» күргәҙмәһендә иң яҡшыһы тип танылған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Laycy Queen» Туймазы татлы ашамлыҡтар фабрикаһының продукцияһы «PRODEXPO-2015» халыҡ-ара күргәҙмәһендә юғары наградалар яуланы. Күргәҙмә барышында «Иң яҡшы продукт-2015» конкурсы ойошторолдо, унда 65 илдән ике мең самаһы компания ҡатнашты.

Туймазы продукцияһы «Кондитер изделиелары, сәтләүектәр, кипкән еләк-емеш» номинацияһында лайыҡлы күрһәтелде, ҡабарынҡы печенье өсөн — алтын, бисквит изделиелары өсөн көмөш миҙалға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтенән.

22-се Халыҡ-ара «PRODEXPO-2015» аҙыҡ-түлек, эсемлектәр һәм уларҙы етештереүгә сеймал күргәҙмәһе Мәскәүҙә Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы яҡлауында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында үтте. Унда 65 илдән 1975 экспонент ҡатнашты, шуның менән бергә 31 илдең милли экспозициялары тәҡдим ителде. «Продэкспо» форумы — аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр (алкоголь дә инә) өлкәһендә йыл һайын уҙғарылған мөһим ваҡиға. Ул 20 йылдан ашыу илебеҙҙең аҙыҡ-түлек индустрияһы үҫешен билдәләй.