8 декабрь, Кесе йома

26 март 2015 йыл, 14:38

Яндекс.Карталарҙа Өфөнөң яңы панорамалары барлыҡҡа килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Яндекс»та Өфө ҡалаһының һауанан төшөрөлгән яңы панорамалары барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән. Хәҙер һәр кем ҡаланың яңы райондарын һәм иҫтәлекле урындарын, мәҫәлән, Археология һәм этнография музейын йәки «Нур» театрын ҡарай ала.

Аҙаҡҡы тапҡыр Өфөнө 2011 йылда фотоға төшөргәндәр. Ошо ваҡыттан алып ҡаланың ҡайһы бер райондары үҙгәргән, шуға күрә төп урамдарҙы һәм майҙандарҙы яңынан төшөрөргә тура килгән. Һуңғы йылдарҙа төҙөлгән биналар ҙа өҫтәлгән. Хәҙер сервиста «Йәшел яр» һәм «Көмөш шишмә» торлаҡ комплекстарын күрергә була.

2014 йылдың авгусында Яндекстың партнерҙары — City Scanner компанияһы 30 меңгә яҡын фото төшөргән, шуларҙан 7320 панорама килеп сыҡҡан. Хәҙер Яндекс.Карталарҙа Өфөнөң 550 саҡрым урамдарын күрергә мөмкин.

Өфө күренештәрен maps.yandex.ru һәм Яндекс.Карталарҙың мобиль ҡушымтаһында ҡарарға була. Ҡулланыусыларға ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрһәтеү өсөн уны сайттарға бушлай индереү мөмкинлеге лә бар.