Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың тәбиғәт парктары төбәктең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһына берләштерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, «Ҡандракүл», «Асылыкүл», «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктары дәүләт бюджет учреждениелары бер дирекцияға берләштерелде. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» учреждениеһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡарай. Уның эшмәкәрлегенең маҡсаты — республикала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең эшләүен тәьмин итеү, биологик төрлөлөктө тергеҙеү һәм һаҡлау, үҫемлектәр һәм йәнлектәрҙең һирәк осраған төрҙәрен һаҡлау, туризм өсөн шарттар булдырыу.

— Әлегә тиклем бөтә тәбиғәт парктары дәүләт ҡаҙна учреждениеһы статусына эйә ине, айырым юридик шәхес булып иҫәпләнде. Ләкин министрлыҡ идара итеүҙең иң ҡулай алымдарын даими эҙләй. Парктар төрлө йылдарҙа булдырылған. Һәр береһе ыңғай тәжрибә туплаған. Идара итеүҙең заманса механизмы тәбиғәт объекттарын һаҡлауҙа берҙәм сәйәсәт алып барырға һәм бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә, был әлеге иҡтисади шарттарҙа бик мөһим, — тип аңлатма бирҙе республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть