4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2015 йыл, 12:31

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 18-се ултырышы асылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 20 йыллығына бәйле, пленар ултырыш Дәүләт Думаһы депутаттары, республика ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында уҙа.

Ултырыш Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәк Хөкүмәтенең 2014 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында сығышы менән башланды.

Тәнәфестән һуң депутаттар республика закондары проекттарын ҡарауға тотонасаҡ. Башҡортостандың 12 закон проектын аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итеү ҡаралған, ике закон проекты өҫтөндә эш дауам итәсәк. Дүрт закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән.  

Халыҡ һайланыусылары «2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закон проектын тикшерәсәк. Аҡсаларҙың бер өлөшөн ҡабаттан бүлеү ҡайһы бер предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡороуға бәйле. Федераль бюджеттан бүленгән бушлай керемдәрҙең, шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу күләмдәре арттырылған. Бөрөлә күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөү өсөн өҫтәмә аҡса ҡаралған.

«Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү даими нигеҙҙә эшләүсе 21 депутатты 20 кешегә ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота. Тәҡдим ителгән үҙгәреш төбәк бюджеты аҡсаларын файҙаланыуҙы оптималләштереүгә йүнәлтелгән.