Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт шағирәһе халыҡ-ара шиғриәт конкурсында лауреат исемен яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова Кайгусуз Абдал исемендәге халыҡ-ара шиғриәт конкурсында лауреат исемен яуланы.

Бәйгене «Gunsel sanat» («Заманса сәнғәт») журналы Евразия, Кипр һәм Балҡан ярымутрауының Төрки телле яҙыусылары союзы менән берлектә ойошторҙо. Ошо көндәрҙә уҙған йылдың сентябрендә башланған ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Алты сит ил шағиры лауреат исеменә лайыҡ булды, улар араһында Рәсәйҙән ике автор — Ҡырымдан Әминә Хөсәйен менән Башҡортостандан Гөлнара Хәлфетдинова бар.

Гөлнара Хәлфетдинова конкурсҡа төрөк теленә ауҙарылған «Бағышлау» һәм «Бер бүре бар минең йөрәгемдә» шиғырҙарын тәҡдим иткән.

— 28 апрелдә Төркиәнең Аланья ҡалаһында бәйге лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙа. Конкурста төрлө номинациялар һәм премиялар ҙа булды. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, миңә Аланья ҡалаһы хакимиәтенең премияһы тапшырыла, — тип һөйләне шағирә.

Шағирә һәм журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф бүлеге мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнара Хәлфетдинова Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Гөлнара Хәлфетдинова — «Ҡыңғыраулы ғына яланда» йыйынтығы авторы, шиғырҙары республика, Рәсәй һәм сит ил баҫмаларында даими донъя күрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть