Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Илһам» әҙәби конкурсында еңеүселәр бүләкләнәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

26 мартта Өфөлә Әҙәбиәт йылына арналған «Илһам» әҙәби конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнәсәк. Тантана Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында уҙа.

Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйге 5-8 һәм 9-11 класс уҡыусылары араһында ойошторолдо. Конкурсҡа башҡорт, рус һәм татар телдәрендә ижад ителгән шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре ҡабул ителде.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Башҡорт дәүләт драма театры, «Аманат» журналы, «Ҡыҙыл таң» һәм «Истоки» гәзиттәре, Өфө ҡалаһы Октябрь районының Балалар ижады үҙәге. Бағыусыһы — Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе. Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко махсус приз булдырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть