9 декабрь, Йома

25 март 2015 йыл, 17:32

Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған алтын һәм көмөш тәңкәләр әйләнешкә сыға

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Кесаҙна көндө Рәсәй банкы «Совет халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 70 йыл» тулыуына арналған 3 һәм 25 һумлыҡ көмөш тәңкәләрҙе, шулай уҡ 50 һумлыҡ алтын тәңкәне әйләнешкә сығара, тип хәбәр итә Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте.

3 һумлыҡ көмөш тәңкә 925 келәймәле ҡиммәтле металдан яһалған. Уның диаметры — 39 миллиметр. Уға Рейхстагка Еңеү Байрағын ҡаҙаусы совет яугирҙәре төшөрөлгән. Тиражы — биш мең дана.

25 һумлыҡ көмөш тәңкәнең диаметры — 60 миллиметр. Саф ауырлығы — 155,5 грамм. 925 келәймәле көмөштән һуғылған тәңкәнең уртаһына — Ватан һуғышы ордендары, өҫтәрәк — Берлиндағы Трептов паркындағы «Азат итеүсе яугир» монументы, һул яҡта — маршал Г.К.Жуковтың һүрәте, уң яҡта — «Тыуған-ил әсә саҡыра!» плакатының бер өлөшө төшөрөлгән. Тиражы — мең дана.

50 һумлыҡ алтын тәңкәнең диаметры – 22,6 миллиметр. Саф ауырлығы — 7,78 грамм. 999 келәймәле тәңкәгә Билдәһеҙ һалдат ҡәбере янындағы Мәңгелек ут төшөрөлгән. Тиражы — 1,5 мең дана.

Бөтә тәңкәләр ҙә «пруф» сифатында яһалған.