4 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2015 йыл, 16:35

Республикала популяр продукттарға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Быйыл март айынан майға тиклем республика халҡында ҙур һорау менән файҙаланылған тауарҙарға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бындай ҡарар Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты башланғысы буйынса Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ағзалары тарафынан ҡабул ителде. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков һүҙҙәренсә, төбәк селтәрҙәре социаль әһәмиәткә эйә тауарҙар исемлеге менән генә сикләнмәйәсәк.

— Республикалағы һәр селтәр билдәле ваҡыт арауығында үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ аҙыҡ-түлектең исемлеген үҙе төҙөй. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн уларҙың хаҡтар күрһәткесе башҡа продукттарҙан айырылып торасаҡ. Шуныһы мөһим: ошо башланғыс етештереүселәр һәм килтереүселәр иҫәбенә түгел, ә улар менән килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән сәсеү башлана һәм шуға бәйле күп етештереүселәрҙең сығымдары артасаҡ, — тип билдәләне Виталий Черевков.

2014 йылдың сентябренән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ағзалары араһында социаль әһәмиәтле тауарҙарға өҫтәмә хаҡтарҙың минималь буласағы тураһында килешеү төҙөлдө. Һатып алыусы магазинды икмәк, һөт, йомортҡа һәм башҡа продукттарға ҡарап баһалай, шуға күрә сауҙа вәкилдәре ошо продукттарға өҫтәмә хаҡтарҙы 6 проценттан 10-ға тиклем билдәләй. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы башҡа айҙарҙа ла продукттарҙың хаҡтарын теркәп барасаҡ, әммә миҙгелгә ҡарап ҡайһы бер тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүе көтөлә.