3 декабрь, Шәмбе

25 март 2015 йыл, 15:45

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 20 йыллығы уңайынан республика парламентының наградалары тапшырылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 20 йыллығы уңайынан республика парламенты наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө саҡырылыш закондар сығарыу йыйылышы депутаттары, дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары  хеҙмәткәрҙәре бар.

— Бөгөнгө көндә беҙҙең парламент йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы башҡара, абруй менән файҙалана, — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, тантананы асып.

Саҡырылған кешеләрҙең барыһы ла республиканың закон сығарыу органы үҫешенә тос өлөш индерҙе, тип билдәләне спикер.

Иң беренселәрҙән булып Дәүләт Йыйылышының Почет грамотаһын Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Наилә Ғәлиева алды.

— Беҙ парламенттың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Комитет вәкилдәре юғары һөнәрилеге, үҙҙәре тикшергән мәсьәләләргә яуаплы ҡарауҙары менән айырылып тора, — тине Наилә Ғәлиева.

Бөтәһе 21 кеше юғары наградаларға — «Законлылыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн» һәм «Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн» почет билдәләре, Почет грамоталары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.