7 декабрь, Шаршамбы

25 март 2015 йыл, 14:56

Өфөлә эшһеҙ граждандарҙы эшсе һөнәрҙәре буйынса белем алырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Октябрь районындағы филиалы эшһеҙ граждандарҙы һөнәри белем алырға саҡыра. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Курстарҙа менеджер, кейем бесеүсе, тегенсе һәм ашнаҡсы һөнәрҙәренә уҡырға була.

Теләүселәр Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең райондағы филиалына ғариза бирә ала. Адресы: Рәсәй урамы, 108. Белешмә өсөн телефон: 235-51-26, 235-91-59.