7 декабрь, Шаршамбы

25 март 2015 йыл, 13:42

Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә «Фронт хаттары» спектакле күрһәтелде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ғәҙәти булмаған спектакль күрһәтелде.

Наталья Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академия балалар музыка театрының «Фронт хаттары» балеты Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған. Спектаклдең нигеҙендә — һалдаттарҙың һуғыштан яҙған хаттары. Уларҙы Мәскәү театрҙары актерҙары уҡый.

— Мин ошо спектаклде фронтта һәләк булған туғандар, яҡындар һәм дуҫтарҙың иҫтәлегенә арнайым. Тамашала ғүмерҙең һәм мөхәббәттең барыһынан да мөһимерәк булыуын күрһәтергә теләнек, — тип һөйләне хореограф Нина Мадан.

Спектакль бер нисә театрҙа ҙур уңыш менән үтте, Мәскәүҙә, Красноярскиҙа, Мари илендә ҡуйылды. Өфөнән һуң «Фронт хаттары» балеты Һарытау тамашасыларына тәҡдим ителәсәк.

Гала-концерттың икенсе һәм өсөнсө бүлектәрендә халыҡ-ара конкурстар лауреаттары — Анкара дәүләт опера һәм балет театры (Төркиә), Рәсәйҙең Ҙур театры, Э.Сапаев исемендәге Мари опера һәм балет театры, М.Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры солистары, шулай уҡ Р.Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡыусылары сығыш яһаны.