4 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2015 йыл, 14:33

Башҡортостан Башлығы саҡырыу комиссиялары составтарын раҫланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Башҡортостан, муниципаль район һәм ҡала округтары саҡырыу комиссияларының төп һәм резерв составтарын, яҙғы саҡырылыш ваҡытында хеҙмәткә алыныусыларҙың һаулығы тикшереләсәк дәүләт һәм муниципаль медицина учреждениелары исемлеген раҫланы.

Саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә.

Указға ярашлы, республика Башлығы Башҡортостандың төп саҡырыу комиссияһы рәйесе булып тора. Резерв составын беренсе вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй. Ҡала һәм райондарҙа ошо бурыстар урындағы хакимиәт башлыҡтарына йөкмәтелгән.