8 декабрь, Кесе йома

25 март 2015 йыл, 12:48

Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Башҡортостан ведомстволарының көрсөккә ҡаршы программалары ҡаралды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республикала иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡ үҫешен тәьмин итеү буйынса хөкүмәт комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү буйынса ашығыс саралар тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.

Ул планлаштырылған ашығыс саралар араһынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һалым йөкләмәһенең кәмеүен, кредит алыу шарттарының еңеләйеүен, дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу мәсьәләләрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мәғлүмәт еткереүҙе камиллаштырыуҙы билдәләп үтте.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министры Алексей Карпухин нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиеларының хәле һәм үҫеш преспективалары хаҡында һөйләне.

Ул үҙ сығышында республиканың нефть-газ һәм химия комплексының тотороҡло үҫешен билдәләне. Ағымдағы йылда нефть эшкәртеү предприятиелары буйынса сәнәғәт етештереүе темптарының кәмеүе күҙәтелә. Был эске баҙарҙа нефть продукттарының күплегенә бәйле.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев республика ойошмаларының финанс-иҡтисади тотороҡлоғон, шулай уҡ 2015-2017 йылдарҙа муниципалитеттарҙың иҡтисадын һәм социаль тотороҡлоғо үҫешен тәьмин итеү пландарын әҙерләү буйынса методик кәңәштәр проекттарын тәҡдим итте.

Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2015 йылда иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡ үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы Рәсәй төбәктәренең эш планына индереү тураһында тәҡдимдәрҙе ғәмәлгә ашырыу өлөшөндә Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Тәҡдимдәр тотороҡһоҙ үҫеш шарттарында айырыуса иғтибар талап иткән төп мәсьәләләрҙе — килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм мәшғүллеген, граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙамды, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләүҙе үҙ эсенә ала, тип билдәләне ул.

Дөйөм алғанда, бер нисә тәҡдим 2015-2017 йылдарҙа республикала иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡ үҫешен тәьмин итеүҙең комплекслы планына индерелде, ҡайһы берҙәре 2015-2017 йылдарҙа муниципалитеттарҙың иҡтисадын һәм социаль тотороҡлоғо үҫешен тәьмин итеү пландарына инәсәк.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Төбәк программаларын һайлап алыу буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ҡараған хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы проекты әҙерләнгән.

Шулай уҡ рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү буйынса эште ойоштороу мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика башҡарма власть органдары һәм муниципаль берәмек хакимиәттәре менән берлектә ошо йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.