11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2015 йыл, 10:23

Өфөлә оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» II халыҡ-ара конкурс-фестивале асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 мартта Өфөлә оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» II халыҡ-ара конкурс-фестивале асылды. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү гимназияһында конкурс тыңлауҙары бара. Рәсәй һәм сит ил ҡалаларынан 30-ға яҡын ижади коллектив килгән. Матбуғат конференцияһында ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар  журналистар менән аралашты.

— Был конкурс тап оркестрҙар һәм ансамблдәр өсөн ойошторолған. Рәмил Ғәйзуллин сараны юғары кимәлгә күтәргән — бында төрлө төбәктәрҙең халыҡ-ара кимәлдәге оркестрҙары ла, студенттарҙыҡы ла ҡатнаша. Башҡортостан оркестрҙар мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, — тип иҫәпләй Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Владимир Лавришин.

Конкурс-фестивалдә профессиональ һәм студент ансамблдәре һәм оркестрҙары, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха (Яҡут) республикаларынан, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербургтан, донъяның төрлө илдәренән — Төркиә, Ҡытай, Белоруссия, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан солистар ҡатнаша.

— Иң яҡшыларҙы һайлап алыу еңел булмаясаҡ, сөнки тәүге көндән үк ыңғай тәьҫораттар алдым. Әлбиттә, һөнәри коллективтар студенттарҙыҡынан айырыла. Һуңғыларына башҡарыу оҫталығы теләйем, —тип билдәләне Рәсәйҙең халыҡ артисы, баһалама рәйесе Дмитрий Хохлов.

— Халыҡ тыныс йәшәгән, эшләгән һәм ижад иткән ерҙә генә ошондай күләмле саралар уҙғарыла. Конкурстың программаһынан күренеүенсә, яңы коллективтар ҙа килгән. «Урал ауазы» фестиваль-конкурсының үҙ йүнәлеше, маҡсаттары һәм бурыстары, юғары статусҡа эйә булыуы шатландыра. Сараның музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатында үткәрелеүе бик мөһим. Беҙгә йәшәү, репетициялар һәм сығыш яһау өсөн бөтә шарттар тыуҙырған мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйткем килә, —  тине Үзбәкстандың халыҡ артисы, профессор Фарух Садыков.

«Урал ауазы» проектының авторы һәм художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итеүенсә, фестивалдә коллектив етәкселәре үҙҙәренең репертуарындағы әҫәрҙәр яҙмаһы менән алмаша. Рәмил Ғәйзуллиндың Истанбул консерваторияһы профессоры Джихан Юртчу менән берлектәге номеры гала-концерттың иң сағыу номерҙарының береһе булмаҡсы.  

26 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк гала-концертта конкурс лауреаттары, дипломанттары һәм махсус саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә.