4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2015 йыл, 19:05

Баш ҡалала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлектәренең ташҡынға әҙерлеге тикшерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш ҡалалағы бүлектәренең әҙерлеге тикшерелде. Ул яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса саралар сиктәрендә уҙғарылды. Республиканың ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм авария-ҡотҡарыу формированиеларының ҙур габаритлы техникаһы, кәмәләр һәм катерҙар күрһәтелде.

Смотрҙа 17 ойошма ҡатнашты. Яҙғы ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе көстәрҙең һәм сараларҙың әҙерлеген Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев баһаланы.

Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Өфө гарнизоны, республика авария-ҡотҡарыу хеҙмәте бүлексәләре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығының махсус техникалары күрһәтелде. Бөтәһе 50-гә яҡын автомобиль һәм махсус техника, һигеҙ йөҙөү сараһы. Ташҡынҡа ҡаршы көрәштә яңыраҡ ҡулланыла башлаған юғары технологиялы техниканың береһе — «Хивус-10» амфибия-катеры. Марат Мәһәҙиев һүҙҙәренсә, республикала һыу ятҡылыҡтарының күп булыуына иҫпкә алып, ошондай техниканың һанын арттырыу зарур. Катер өс миллион һум тора.

Өфөнөң «112 ҡотҡарыу хеҙмәте», ҡаланың «Янғын һағы идаралығы», «Башҡортостандың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте», башҡа учреждение  белгестәре лә ташҡынға әҙер булыуҙары хаҡында еткерҙе. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының техникаһы смотрҙа тәүге тапҡыр күрһәтелде.

— Бөгөн беҙ ташҡын осорона тулыһынса әҙер тип әйтә алабыҙ. Әлбиттә, техник яҡтан хәл итәһе мәсьәләләр бар. Төбәктең яҙғы ташҡынға әҙерлеге тураһында һөҙөмтәләр 25 мартта Башҡортостан Хөкүмәтенең ташҡынға ҡаршы комиссияһында билдәле буласаҡ. Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге күҙаллауҙары буйынса, быйылғы миҙгел тыныс. Ҡар норманан 20-30 процентҡа түбәнерәк. Ташҡын күп йылдарға ҡарағанда 0,6-0,9 метрға түбән буласаҡ. Беҙ ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер, — тип белдерҙе Марат Мәһәҙиев.