6 декабрь, Шишәмбе

24 март 2015 йыл, 18:04

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын һайлайҙар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2015» төбәк-ара конкурсы асылды. Педагогтарҙың XX форумына 56 ҡатнашыусы  йыйылды. Улар араһында Башҡортостандың ҡала-райондарынан ғына түгел, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән дә башҡорт теле уҡытыусылары бар. Быйыл конкурста ир-егет уҡытыусылар ҙа ҡатнаша. Улар — Өфөнөң 71-се һәм 159-сы мәктәптәренән Фәнис Шәрәфетдинов менән Венер Әсмәндиәров, Борай районынан Марат Аҙнабаев һәм Ҡурған өлкәһенән Йәлил Садиҡов.

Конкурсанттар бер нисә көн буйына яңы проекттарын тәҡдим итеүҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади эштәрҙә һәм фекер алышыуҙарҙа көс һынашасаҡ. Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәт Ҡунафин етәкселегендәге жюри ағзалары уҡытыусыларҙың февраль айында үткәргән асыҡ дәрестәренә айырыуса иғтибар бирҙе. Эксперттар фекеренсә, был уҡытыусы өсөн төп эш формаһы булып тора.

—  Конкурстың маҡсаты — республикала һәм унан ситтә һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү, — тине Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. Ведомство башлығы фекеренсә, бәйге уҡытыусыны дәртләндереү сараһы ла, сөнки ул һөнәри үҫешкә этәрә, уҡытыусылыҡ эшенең сифатын арттырырға һәм республика педагогтарының ҡаҙаныштарын Рәсәй кимәлендә күрһәтергә мөмкинлек бирә.

19 йыл эсендә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторған конкурста 977 уҡытыусы ҡатнашҡан, 95-һе лауреат исеменә лайыҡ булған.

Еңеүсене һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 27 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙа.