8 декабрь, Кесе йома

24 март 2015 йыл, 17:18

Ветерандар Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы пособие һәм йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөтә ветерандар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә  торған түләү, шулай уҡ 3 майҙан 12-нә тиклем йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын аласаҡ. Тейешле ҡарарға Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған, тип хәбәр ителә «Российская газета» баҫмаһының бөгөнгө һанында. Министрҙар кабинеты башлығы Рәсәйҙә, шулай уҡ Литвала, Латвияла һәм Эстонияла даими йәшәүсе ветерандар өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тәртибен билдәләне. Уларҙың һаны — 2,5 миллион кеше.

Һуғышта ҡатнашыусыларға, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындарына, ирҙәренә, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына, һуғыш йылдарындағы оборона предприятиелары эшселәренә, һуғыш йылдарында армияға ебәрелгән журналистарға, «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары һәм «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәргә ете мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.

Элеке концлагерь тотҡондары өс мең һум аласаҡ. Шундай уҡ сумма һуғыш йылдарында алты айҙан дә кәмерәк эшләмәгән тыл эшсәндәренә, шулай уҡ һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән кешеләргә лә бирелергә тейеш. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итте Дмитрий Медведев.

3 майҙан 12-нә тиклем ветерандар тимер юлы, һауа, йылға, диңгеҙ һәм автомобиль транспорттарында бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана ала.