10 декабрь, Шәмбе

24 март 2015 йыл, 15:46

Республикала сит ил дарыуҙарына һатып алыу хаҡтары төшә, ә Рәсәйҙекенә арта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Йыл башынан Башҡортостанда сит илдә етештерелгән йәшәү өсөн кәрәкле мөһим препараттарҙы һатып алыу хаҡтарының кәмеүе, ә Рәсәй дарыуҙарына хаҡтарҙың артыуы теркәлгән. Был хаҡта шишәмбе Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Айрат Абхалиҡов хәбәр итте.

— 2014 йылдың октябренән алып аҙна һайын медицина препараттарына хаҡтар мониторингы үткәрәбеҙ. 6 октябрҙән етештереүселәрҙең һәм дистрибьюторҙарҙың үҙебеҙҙә етештерелгән йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарға хаҡтары — 16 процентҡа, сит илдекенә 7 процентҡа күтәрелде. Әммә йыл башынан һатып алыу хаҡтарының кәмеүе күҙәтелә. 2015 йылдың 1 ғинуарынан импортҡа хаҡтар ике процентҡа тиерлек төшкән. Рәсәй дарыуҙарына 1,4 процентҡа артҡан, — тип һөйләне Айрат Абхалиҡов.

Уның әйтеүенсә, хаҡтарҙың үҙгәреү сәбәптәре билдәһеҙ.

— Әлбиттә, Рәсәй заводтарындағы ҡорамалдарҙың, төрөү материалдарының һәм сеймалдың сит илдеке булыуына һылтанырға мөмкин. Әммә был дарыуҙарға хаҡтарҙың артыуына йоғонто яһарға тейеш түгел, — тип билдәләне Айрат Абхалиҡов. — Рәсәй дарыуҙары ҙур һорау менән файҙаланылманы. Минеңсә, илебеҙ заводтары аҡса эшләп ҡалырға уйлай. Сит ил етештереүселәренә килгәндә, улар Рәсәй баҙарында үҙ урындарын юғалтырға теләмәй.

«Башфармация» предприятиеһының генераль директоры һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә ваҡлап һатыу баҙарында импорт препараттарҙың өлөшө 60-70 процент тәшкил итә. Шуның менән бергә үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар ҙа сит ил аналогтарынан ҡалышмай.

— Анальгин, аспирин һәм башҡа дарыуҙар иһә сифат яғынан сит илдекенән ҡалыша, — тине Айрат Абхалиҡов.