4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2015 йыл, 13:03

Республика уҡыусылары Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы «Хәтер көндәре» акцияһын ойошторҙо

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы «Хәтер көндәре» акцияһы бара. Идея авторы — Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан етенсе класс уҡыусыһы Валерия Гусева. Акция Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләр тураһында хәтирәләр һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.

«Минең ҡарт олатайҙарымдың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмаҫҡа тейеш. Шуға күрә класташтарым, дуҫтарым, һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре менән бергә «Хәтер көндәре»н үткәрәбеҙ, — тине уҡыусы.

Сараларҙа һуғыш ветерандарына ихтирам күрһәтергә теләгән һәр кем ҡатнаша. Акцияның иң әүҙем ағзалары һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә бара, мәктәптәрҙә улар менән осрашыуҙар ойоштора. «Хәтер дәрестәре»ндә балалар класташтарына ата-бабалары хаҡында һөйләй. Акция саралары иҫәбендә — «Еңеү әҙәбиәте» флешмобы. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл эшсәндәре яратҡан шиғырҙарын уҡый, фронт йырҙарын башҡара. Уҡыусылар сығыштарҙың видеояҙмаларын «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмгә ҡуя. Акция аҙағында «Еңеү рәсемдәре» күргәҙмәһен үткәреү күҙаллана.

Күгәрсен районының әүҙем ағзалары башҡа ҡала-район халҡын проектҡа ҡушылырға саҡыра. «Хәтер көндәре» халыҡ акцияһының бурыстары — йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына хөрмәт күрһәтеү, балаларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү.