5 декабрь, Дүшәмбе

24 март 2015 йыл, 12:11

Күмертау авиация етештереү предприятиеһында «Рәсәй вертолеттары» холдингы өсөн һынау үҙәге булдырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Рәсәй вертолеттары» холдингы «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» (КүмАЕП) асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә «Ка» маркалы вертолеттарҙың йөрөтөүсе системаларын һынау буйынса тәжрибә үҙәген ойоштора. «Рәсәй вертолеттары» хәбәр итеүенсә, үҙәк эшләй башлағас, холдингта һынауҙар үткәреүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкин буласаҡ тип көтөлә.

Апрелдән Ка-62 вертолетының тәжрибә өлгөһө «Воротыновка» аэродромында урынлашҡан яңы майҙансыҡта һынау үтә башлай.

— Әлеге мәлдә күҙәтеү пунктында монтажлау һәм биҙәкләү эштәре тамамлана, ә Ка-62 вертолеттарын һынау өсөн стенд әҙер, — тип хәбәр итте «Рәсәй вертолеттары» холдингының генераль директоры урынбаҫары Андрей Шибитов. — Хәҙер Ка-62 корпусы буйынса техник мәсьәләләр хәл ителә. Ағымдағы йылдың апрелендә ошо вертолеттың тәжрибә өлгөһөн һынау өсөн әҙер майҙансыҡты тапшырыу күҙаллана.

Ка-226(Т), Ка-52 «Аллигатор» һәм Ка-52К вертолеттарының йөрөтөүсе системаларын һынау өсөн майҙансыҡтар төҙөү 2015 йылдың аҙағында тамамланасаҡ.

Һынау стендтарының дөйөм майҙаны бер квадрат километрҙан ашыу. Ул КүмАЕП-тың осоу-һынау станцияһынан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэродром биләмәһендә Ка-62, Ка-226(Т), Ка-52 «Аллигатор» һәм Ка-52К вертолеттарын һынау өсөн өс майҙансыҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары базаһы һәм күҙәтеү пункты буласаҡ.

Әлеге көндә КүмАЕП-та етештереүҙе диверсификациялау бара. Ул ҡорамалдар һәм агрегаттар етештереүҙе, шулай уҡ тәжрибә үҙәктәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был иһә КүмАЕП вертолеттар ғына түгел, «Рәсәй вертолеттары» холдингының башҡа предприятиелары өсөн дә ҡорамалдар һәм агрегаттар етештерәсәк тигән һүҙ.