10 декабрь, Шәмбе

24 март 2015 йыл, 10:49

Рөстәм Хәмитов: «Зыя Нуриевтың исеме мәңгелеккә республика һәм ил тарихында ҡаласаҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 23 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Сара М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙҙы.

– Зыя Нуриев – күптәр өсөн совет заманының сағыу шәхестәренең береһе, ил кимәлендәге етәксе. Ул Башҡортостанда тыуған, эшләгән, бер ҡасан да үҙенең тамырҙарын онотмаған. Тыуған төйәгенең ысын патриоты һәм тоғро улы. Ул республиканың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне, мәҙәниәтте, фәнде һәм мәғарифты күтәреү өсөн күп көс һалған, – тине төбәк етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, Зыя Нуриевтың бөтә тормошо һәм эшмәкәрлеге дәүерҙең мөһим ваҡиғаларын һәм ҡаҙаныштарын сағылдыра.

– Зыя Нурый улының уңыштары уның стратегик фекерләүенә, даими уҡырға, тәжрибәле етәкселәрҙең, ябай эшсәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға әҙер булыуына, алған белемен туплай һәм файҙалана белеүенә бәйле, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы дәүләт эшмәкәре биографияһындағы мөһим мәлдәрҙе, уның Башҡортостан иҡтисадына тос өлөш индереүен билдәләп үтте.

– Ил кимәлендәге юғары ҡаҙаныштарға өлгәшһә лә, Зыя Нурый улы баҫалҡы кеше булды. Ул кешеләргә ҡарата иғтибарлы ине. Ябайлығы менән күптәрҙе  үҙенә йәлеп итә алды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ Зыя Нурый улы билдәләгән эшләү, йәшәү рәүешен алып барырға тейешбеҙ.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, тап Нуриев эшләгән йылдарҙа республиканың бөгөнгө ҡаҙаныштарына нигеҙ һалынған, әлегә тиклем эшләп килгән ҙур предприятиелар төҙөлгән.

– Эштәр 5,10, 15 йылға түгел, ә 50 йылға планлаштырылған. Был – иҡтисадты аңлау,  илдең үҫеше хаҡында хәстәрлек күреү, – тип билдәләне республика Башлығы. – Беҙгә план-баҙар иҡтисадын индерергә кәрәк. Уҙған быуаттың 50-60-сы йылдар тәжрибәһенә таяныу зарур.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадындағы диверсификация ҡатмарлы иҡтисади осорҙо уңышлы үтергә мөмкинлек бирәсәк тигән ышаныс белдерҙе. Уның фекеренсә, бында төбәктең алдағы йылдарҙағы етәкселәренең, шул иҫәптән Зыя Нуриевтың хеҙмәте ҙур.

– Дәүләт эшмәкәре, һәләтле етәксе Зыя Нурый улы Нуриевтың исеме мәңгелеккә республика һәм ил тарихында ҡаласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Зыя Нуриев исеме бирелгән скверҙа уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.