9 декабрь, Йома

23 март 2015 йыл, 18:08

Баш ҡалала Зыя Нуриевҡа мемориаль таҡтаташ асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә күренекле сәйәси эшмәкәр Зыя Нуриевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Мемориал Башҡортостан Республикаһы йорто эргәһендәге скверҙа урынлашҡан. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала Советы ҡарары менән скверға Зыя Нуриев исеме бирелде. Тантанала республика, ҡала етәкселеге вәкилдәре, дәүләт эшмәкәренең туғандары, Өфө халҡы ҡатнашты.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, билдәле сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре республиканың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән.

— Ул бөтә ил кимәлендә танылған шәхес булды, матур ғүмер юлы үтте. Үҙ халҡының тоғро улы һәм тыуған төйәгенең ысын патриоты, — ул бер ҡасан да тамырҙарын онотманы. Уның хеҙмәт биографияһы һәм тормош юлы — Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡ һәм халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең миҫалы, — тине Константин Толкачев.

Республика парламенты спикеры Зыя Нуриевтың Бөрө районы Ласынтау ауылында тыуыуы, халыҡ мәғарифы системаһында, 1942 йылдан дәүләт идара итеү өлкәһендә эшләүе хаҡында һөйләне. Ул 40 йылға яҡын Башҡорт АССР-да, һуңынан СССР Хөкүмәтендә юғары вазифалар биләгән.

— Зыя Нуриев эшкә һәләтле, бик белемле кеше булған. Уның етәкселегендә Башҡортостан илдең сәнәғәт һәм мәҙәни яҡтан үҫешкән төбәгенә әүерелә. Бөтә илгә билдәле нефть һәм газ, нефть химияһы индустрияһы гиганттарын сафҡа индереү, Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Салауат ҡалалары төҙөлөшө уның исеме менән бәйле, — тип билдәләне Константин Толкачев.

Зыя Нуриевтың тырышлығы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы үҫешә, республика ҙур агросәнәғәт төбәгенә әүерелә. Яңы уҡыу йорттары, кинозалдар, театрҙар, музейҙар асыла. Коллегалары һөйләүенсә, Зыя Нуриев тыуған республикаһын ихлас яратҡан, кешеләр менән осрашыу өсөн командировкаларға сыҡҡан.

Зыя Нуриев биш Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет билдәһе» һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелгән.

темалар: хәтер