6 декабрь, Шишәмбе

23 март 2015 йыл, 17:14

Өфөлә пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 26 мартта Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрә.

Тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында үлсәү приборҙары һәм махсус ҡорамалдар контролеры, почтальон, иғландар йәбештереүсе, һаҡсы, слесарь-сантехник, йыйыштырыусы, токарь, водитель, автоэлектрик бар.

Үҙәк белгестәре һөнәри йүнәлеш һәм белем биреү, хоҡуҡи мәсьәләләр һәм мәшғүллек буйынса консультациялар уҙғара. «Яңы старт, йәки Дауамы бар» темаһына оҫталыҡ дәресе  ойоштороласаҡ. Теләүселәр артериаль ҡан баҫымын тикшертә һәм медицина хеҙмәткәре менән кәңәшләшә ала.

Вакансиялар йәрминкәһе иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтә.

Белешмә өсөн телефон: 251-51-55.