9 декабрь, Йома

23 март 2015 йыл, 16:44

Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы яҙыусы һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаға (Әсхәл Әхмәтҡужинға) бирелде. Премияны тапшырыу тураһындағы Указға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин — ғүмерен башҡорт шиғриәтен үҫтереүгә арнаған үҙенсәлекле шағирҙарҙың береһе. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға ул «Ямғыр тамсыһы» китабы өсөн лайыҡ булды.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Премия лауреаттары араһында балалар яҙыусылары һәм шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев бар.