2 декабрь, Йома

23 март 2015 йыл, 16:03

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Зыя Нуриевҡа һәйкәл асылды

фото: Гөлсәсәк Ханнанова

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. 21 мартта Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Башҡортостандың һәм Советтар Союзының күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нурый улы Нуриевҡа һәйкәл асыу тантанаһы булды. Монумент билдәле яҡташыбыҙҙың ҡәберлегендә алдараҡ донъя ҡуйған хәләл ефете Айһылыу Нуриеваның һәйкәле янында асылды. Һәйкәлдең проекты Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков етәкселегендәге авторҙар коллективы тарафынан башҡарылған. Сараға Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары, Зыя Нуриевтың элекке коллегалары, шул иҫәптән күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәре, ветерандар, туғандары йыйылды.

Һәйкәлде асыу тантанаһын Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы беренсе Тулы хоҡуҡлы вәкиле, хәҙер иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Абрар Ярлыҡапов алып барҙы. Митингты Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров асып, тап Зыя Нуриев Башҡортостан менән етәкселек иткән һәм артабан СССР хөкүмәтендә юғары вазифалар биләгән осорҙа республикала төҙөлөш алға китте, Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Салауат ҡалалары төҙөлдө тип билдәләне. Бөгөнгө көнгәсә төбәктең иҡтисадын тәшкил иткән ҙур предприятиелар, юғары уҡыу йорттары, СССР-ҙың Фәндәр академияһы, театрҙар һәм музейҙар асылды.

Армия генералы, СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре генераль штабының элекке етәксеһе Владимир Лобов, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы етәкселәренең береһе Тәлғәт Хурамшин, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың элекке трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын төҙөү министры Александр Ежевский һәм башҡалар Зыя Нуриев хаҡындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Зыя Нуриев оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм башҡа юғары наградаларға лайыҡ булған. Ул 2012 йылдың 19 октябрендә донъя ҡуйған. Былтыр Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм «Башҡортостандың яҡташтар берлеге» хәйриә фонды Мәскәүҙә күренекле яҡташыбыҙҙың һәйкәлен ҡойоу һәм ҡуйыуға конкурс иғлан иткәйне. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков етәкселегендәге авторҙар коллективының проекты иң яҡшыһы тип танылды. Ул Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратындағы галереяларҙың береһен биҙәне.