9 декабрь, Йома

23 март 2015 йыл, 15:02

Башҡортостан халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше программаһы өсөн федераль субсидия аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешенә федераль субсидия аласаҡ. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» программаһы Рәсәй субъекттары заявкалары рейтингында 14-се урын яуланы. Еңеүселәр иҫәбендәге 43 төбәк араһында Башҡортостандың программаһы 78 балл йыйҙы. Беренсе урында — Пермь крайы тәҡдим иткән дәүләт программаһы.

Гражданлыҡ патриотизмын формалаштырыуға һәм нығытыуға, Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарына һәм сараларына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан төбәк маҡсатлы программалары конкурсын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо.

Программаларҙы һайлап алыу буйынса комиссия составына Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте, Рәсәй Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзалары инде.

Яҡын арала Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән 2015 йылда «2014-2020 йылдарҙа Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫешен нығытыу» федераль маҡсатлы программаһы сараларын финанслауға федераль ҡаҙнанан бүленәсәк субсидиялар суммаһы раҫланасаҡ.