Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары «Ҡырым — Рәсәйҙең көньяғы 2015» күргәҙмә-форумына саҡырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

26-31 майҙа Севастополдә «Ҡырым — Рәсәйҙең көньяғы 2015» аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙың күргәҙмә-форумы үтә. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы республика предприятиеларын унда ҡатнашырға саҡыра.

Күргәҙмәлә Төркиә, Иран, Ҡытай, Һиндостан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстандың һәм Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүҙән баш тартҡан башҡа илдәрҙең компаниялары ла буласаҡ.

Проекттың рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә ике этапта уҙа: 26-27 майҙа — аҙыҡ-түлек булмаған, 30-31 майҙа аҙыҡ-түлек тауарҙары экспозицияһы ойошторола.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть