Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Рауил Шаммастың һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Китап» нәшриәтендә күренекле шағир, прозаик һәм журналист Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәре»нең беренсе томы баҫылып сыҡты.

Рауил Шаммас — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шағирҙың әҫәрҙәр йыйынтығы филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы профессоры Әнғәм Хәбировтың инеш мәҡәләһе менән асыла. Шағирҙың ижадына байҡау яһап, ул Рауил Шаммас ябай ғына предметтарға йәки күренештәргә ҡарата шиғыр яҙыу һәләтенә эйә тип билдәләй.

Китаптың беренсе бүлегендә 2010-2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙар һәм поэмалар, икенсеһендә төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәр тупланған. Өсөнсө бүлектә Рауил Шаммастың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урын алған.

Рауил Шаммас — изгелекле, яҡты күңелле шағир. Уның лирик геройҙары һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышана, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтыла. Шағир төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, ижады төрлө тарихи дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала. Иң мөһиме — әҫәрҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәргән, тип билдәләнеләр нәшриәттә.

Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть