8 декабрь, Кесе йома

23 март 2015 йыл, 12:21

Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестиваль асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале «Анюта» балеты премьераһы менән асылды. Спектаклде танылған бейеүсе, 30 йылдан ашыу Ҙур театрҙа эшләгән, хореограф һәм режиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Васильев сәхнәгә ҡуйған.

«Анюта» балеты республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде. Уның нигеҙендә А.П.Чеховтың «Анна на шее» хикәйәһе ята. Аһәңле моң, сағыу бейеүҙәр яңы спектаклдең Өфө театры репертуарында ныҡлы урын аласағына шик тыуҙырмай. Спектакль ҡапма-ҡаршылыҡтарға ҡоролған: мөхәббәт лирикаһын ябай ҡалалағы юғары ҡатлам вәкилдәренең көнкүреше алмаштыра.

Актерҙар  ролдәрҙе бик оҫта уйнаны. Анюта партияһын Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнова башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Андрей Брынцев — Модест Алексеевич, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Маняпов — Артынов, Сергей Бикбулатов — Студент, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов — Ғали йәнәптәре, Максим Купцов Петр Леонтьевич ролдәрен (ул тышҡы ҡиәфәте буйынса Чеховҡа оҡшаған) уңышлы атҡарҙы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 1986 йылдағы премьера ваҡытында Петр Леонтьевич партияһын Владимир Васильев үҙе башҡарған.

Алда — йәнә биш фестиваль көндәре: «Анюта», «Жизель» һәм «Аҡҡош күле» балеттары, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Фронт хаттары» спектакленең премьераһы, тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән һәм яңы солистар ҡатнашлығында гала-концерттар.