10 декабрь, Шәмбе

23 март 2015 йыл, 11:00

Өфөлә Рөстәм Хәмитовтың Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән осрашыуы булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 20 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән эшлекле осрашыуы үтте. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Рөстәм Мәрҙәнов, Дмитрий Шаронов һәм Владимир Нагорный, Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫарҙары Руслан Ғаттаров, Олег Климов һәм Сергей Шаль ҡатнашты.

Осрашыу барышында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең бизнес даирәләре араһында эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Республикала Силәбе өлкәһе менән берлектә ғәмәлгә ашырырға мөмкин булған проекттар бар, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһе пестицид матдәләр етештереү өлкәһен миҫалға килтерҙе. Элегерәк Өфөлә 2,4-Д амин тоҙо етештерелһә, хәҙер ул Ҡытайҙан һатып алына.

– Силәбе өлкәһе лә, Башҡортостан да пестицидтарҙы күп ҡуллана. Бергәләп ошо эште алға ебәрә алыр инек, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шаронов нефть химияһы, радиоэлектроника һәм биотехнологиялар өлкәһендә республика Коллектив инеү үҙәктәренең ҡеүәтен бергәләп файҙаланыу перспективалары хаҡында һөйләне. Уларҙың инструменталь программалары һәм тәжрибәһе сит илдә етештерелгән теләһә ниндәй продукттың өлгөһөн эшләргә мөмкинлек бирә.

– Беҙҙең ундай тәжрибәбеҙ юҡ. Әгәр ҙә әлеге проекттарҙы ғәмәлгә ашыра алһаҡ, был ҙур аҙым буласаҡ,  – тине Борис Дубровский.