5 декабрь, Дүшәмбе

23 март 2015 йыл, 10:02

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһындағы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ биш йылға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты — ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу, тип хәбәр иттеләр республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр закон сығарыу, сауҙа, ауыл хужалығы, ғилми тикшеренеүҙәр, транспорт, ҡала төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман сәнәғәте, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен, халыҡты социаль яҡлау, киң мәғлүмәт сараларын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу күҙ уңында тотола.

Белешмә. Силәбе өлкәһе республиканың ил төбәктәре менән тауар әйләнешендә икенсе урынды биләй. 2013 йылда сауҙа күләме 30,2 миллиард һум тәшкил иткән. Ошо сумманың 52 проценты (15,7 миллиард һум) республикаға индерелгән тауарҙарға тура килә. Күрше өлкәгә оҙатылған төп тауарҙар – дизель яғыулығы, мазут, ҡағыҙ, минераль ашламалар, автомобиль бензины, ликер-араҡы, ит-колбаса изделиелары, һөт продукцияһы, минераль һыуҙар. Республикаға ҡорос торбалар, төҙөлөш материалдары, йөк машиналары, үҫемлек майҙары, һыра, он, кондитер изделиелары килтерелә.

1998 йылдың ноябрендә Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың Даими вәкиллеге ойошторолдо.