8 декабрь, Кесе йома

20 март 2015 йыл, 18:14

Өфөлә Мольерҙың «Һаран» комедияһының премьераһы буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Жан-Батист Мольерҙың «Һаран» комедияһынан өҙөктәр күрһәтелде. Һуңынан спектаклдең режиссеры Искәндәр Саҡаев һәм төп ролде башҡарыусылар яңы пьеса өҫтөндә эшләүҙәре хаҡында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

— Барыһы ла кәмселектәрҙе, ҡаршылыҡтарҙы, яһалма мөнәсәбәттәрҙе көтә — быларҙың һәммәһе лә бар, ләкин мауығыусан кешенең тәбиғәте аша үткәрелгән. Пьесалағы бөтә персонаждар ҙа, беҙҙең тормошобоҙҙағы кеүек үк, нимә менәндер шөғөлләнә. Был мауығыуҙы тыйырлыҡ түгел. Беҙ 17-18 быуаттарҙағы тарих хаҡында түгел, ә үҙебеҙ тураһында бәйән итәбеҙ, — ти Искәндәр Саҡаев.

Донъя классикаһының тап ошо әҫәрен сәхнәләштерергә режиссер үҙе тәҡдим иткән. Өфө тамашасыһына ул «Эдип батша» спекталенең режиссеры булараҡ яҡшы таныш.

Спектаклдең премьераһы 21 мартҡа тәғәйенләнгән. Икенсе тапҡыр пьеса 27 мартта, Халыҡ-ара театр көнөндә күрһәтеләсәк. Был көндө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың бенефисы үткәрелә. Башҡорт театрының популяр артистарының береһе төп ролде Гарпагонды уйнай. Пьесаны рус теленән башҡортсаға Хөрмәтулла Үтәшев тәржемә иткән.

— Хөрмәтулла Үтәшев бөтә ролдәрҙе лә оҫта башҡара ала, мөмкинлек бирергә генә кәрәк. Юморҙы, форманы, йөкмәткене яҡшы аңлай. Әлегә тиклем Эдип булды, хәҙер — Һаран. Уның менән эшләүемә бик шатмын һәм  бәхетлемен, — ти Искәндәр Саҡаев.