9 декабрь, Йома

20 март 2015 йыл, 17:31

Силәбе делегацияһы Башҡортостандағы экологик контроль системаһы менән танышты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова, Артур Басиров/. Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендәге делегация Башҡортостан Экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығында булды. Ҡунаҡтар Дәүләт аналитик контроль идаралығының экологик контроль күсмә лабораторияһын ҡараны һәм «Башнефть» компанияһының атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотоу станцияһының эш принциптары менән танышты.

— Яҡшы тәьҫораттар алдыҡ, сөнки Башҡортостан был йүнәлештә алға киткән, — тине Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Олег Климов.

Уның һүҙҙәренсә, Силәбе белгестәренең дә ошоға оҡшаш объекттар төҙөү буйынса пландары бар, хәҙер шундай ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса бүленде. Башҡортостандың тәжрибәһе Силәбе өлкәһендә лә ҡулланыласаҡ, ул төбәк сәнәғәтенә, металлургия тармағына йүнәлтеләсәк.

Дәүләт аналитик контроль идаралығы — эксперттар ойошмаһы, тирә-яҡ мөхиттең сифатын көйләү өсөн кәрәкле мәғлүмәт алыуҙы тәьмин итә. Белгестәр заманса ҡорамалдар ярҙамында тәбиғи мөхиттәге, сәнәғәт ҡалдыҡтарындағы химик берләшмәләрҙе һәм токсик матдәләрҙе асыҡларға һәләтле.  

Башҡортостандың Экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, экологик лабораторияларҙың ике йыл эшләү осоронда төбәктә тирә-яҡ мөхитте бысратыусы матдәләрҙең норманан сығыу осрағы бер тапҡыр ҙа теркәлмәгән.