11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2015 йыл, 16:39

DarMan эстрада проекты йәш башҡарыусыларға кастинг иғлан итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт эстрадаһында популяр булған DarMan проекты ижади йәштәр араһында кастинг үткәрә.

Проекттың музыканттары DJ Khan һәм BurZoy МС үҙенсәлекле матур тауышлы йырсылар эҙләй. Жанры — төрлө йүнәлештәге электрон музыка. Йырҙар башҡорт йәки татар телдәрендә башҡарылырға тейеш, шулай уҡ рус һәм инглиз телдәрендә лә мөмкин.

Йәш башҡарыусыға оҙайлы килешеү тәҡдим ителәсәк: йырҙар яҙҙырыу, клиптар төшөрөү, уларҙы радио-телевидениела яңғыратыу, концерт-фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу.

— Беҙ үҙенсәлекле тауышлы йырсыны — егеттте йәки ҡыҙҙы эҙләйбеҙ. Ҡыҙҙарҙың йәше — 16-нан 25-кә, егеттәрҙеке 16-нан 28-гә тиклем булырға тейеш. Уларҙың профессионал булыуҙары мотлаҡ түгел. Беҙ 40-тан ашыу хат алдыҡ, ҡыҙғанысҡа, әлеге берәүҙе лә тапманыҡ, — тип хәбәр итте кастингты ойоштороусы DJ Khan.

Социаль селтәрҙәрҙә һайлап алыу июнь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Октябрҙә DarMan проектының 5 йыллығына арналған сарала өсөнсө альбомдың исем туйын үткәреү һәм республика, Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сығыу планлаштырыла. Шунда уҡ проекттың йырсылары менән таныштырыу күҙ уңында тотола.

Теләүселәр фотоһүрәттәрен, видео, аудиояҙмаларын һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы khanbulat@mail.ru электрон почтаһына ебәрә ала. Проекттың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төркөмө лә бар.