5 декабрь, Дүшәмбе

20 март 2015 йыл, 15:56

«Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» республика марафонында 305 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафоны барышында 305 856 һум аҡса йыйылды. Милләт сәләмәтлеге лигаһы фондынан башланғыс алған акция 9 майҙа тамамлана.

Марафон Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеү өсөн республика халҡының, учреждение һәм предприятиеларҙың, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының көстәрен берләштерергә саҡыра. Барыһы ла изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.

Социаль проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә хәйриә марафоны иҫәбенә — 273 590 һум, SMS-каналға 32 266 һум аҡса күскән. Йыйылған аҡсаға ветерандарға һыу таҙартыу өсөн күсермәле фильтрҙар һатып алына. Әлегә һуғышта ҡатнашыусыларға ғына ярҙам күрһәтеү планлаштырыла, республика ҡала-райондарында уларҙың һаны — 4834 кеше.

Хәйриә марафонында ҡатнашырға теләүселәр ике ысул менән аҡса күсерә ала. Милләт сәләмәтлеге лигаһы Хәйриә фонды иҫәбенә:

БАШҠОРТОСТАН БҮЛЕКСӘҺЕ № 8598 Өфө ҡалаһы

БИК 04807360130101810300000000601

Сч. № ИНН 0274990078

КПП 027401001

Сч. № 40703810206000008918

БРБФ ЛЗН

Түләүҙең тәғәйенләнеше — «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафоны буйынса хәйриә иғәнәләре».

Бынан тыш, 3443 һандарына ПОБЕДА һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәрергә мөмкин. Хаҡы — 50 һум. Оператор сумманы ҡабул итһен өсөн түләүҙе раҫларға кәрәк.