Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы министрлыҡтары агоросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/.

Өфөлә Силәбе өлкәһе делегацияһының сәфәре барышында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы министрлыҡтары араһында 2015-2017 йылдарға Саралар планы (юл картаһы) раҫланды. Документҡа ведомство башлыҡтары  — Николай Коваленко һәм Сергей Сушков ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары берлектәге күргәҙмә эшмәкәрлектәрен әүҙемләштерә, аграрийҙарҙың ҡаҙаныштарын сағылдырған йәрминкәләр ойоштора. Малдарҙың ауырыуҙары таралыуына юл ҡуймау өсөн берлектәге саралар әҙерләү буйынса ветеринария хеҙмәттәре араһындағы бәйләнеш нығытыласаҡ. Силәбе өлкәһен ябай һәм комплекслы минераль ашламалар, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоҡтары, күп һәм бер йыллыҡ үләндәр менән тәьмин итеү тураһында һөйләшеп килешелде. Яҡтар ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләй.

Силәбе өлкәһенең Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре XXV халыҡ-ара  «АгроКомплекс-2015» күргәҙмәһендә һәм «Алексеевка» совхозының теплица комплексында булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть