11 декабрь, Йәкшәмбе

20 март 2015 йыл, 14:37

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын билдәләйәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 24 мартта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015» төбәк-ара конкурсы башлана. 54 телсе, шул иҫәптән Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләре уҡытыусылары иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеме өсөн көс һынашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм китаптар нәшерләү бүлегенән.

Конкурс, ғәҙәттәгесә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙа. Февралдә конкурсанттар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр бирҙе, артабан улар үҙҙәренең яңы проектын тәҡдим итәсәк. Жюри ағзалары иң күп балл йыйған 20 уҡытыусыны һайлап аласаҡ. Улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, әҫәрҙе тасуири уҡып күрһәтәсәк һәм асыҡ фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ. Теманы конкурстың ойоштороу комитеты билдәләй.

Быйыл конкурс 20-се тапҡыр уҙғарыла. Ошо йылдар эсендә Сибайҙа башланған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһе республика кимәлендә ойошторола башланы, ә 2002 йылдан төбәк-ара статусына эйә булды. Конкурстың төп маҡсаты — республикала һәм унан ситтә һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү.

Бәйге көндөҙгө сәғәт 11-ҙә асыла.

Еңеүсенән һәм биш лауреаттан тыш, номинация еңеүселәре лә билдәләнәсәк. Бүләкләү тантанаһы 27 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙа.